Тел — халҡыбыҙҙың рухи байлығы
Мәмбәт ауылы моделле китапханаһында «Тел — халҡыбыҙҙың рухи байлығы» девизы аҫтында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһында китап уҡыусылары онлайн форматта ҡатнаштылар.
Ҡатнашыусылар милләтебеҙҙең рух байрамына әүерелгән акцияла Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафиндың «Беҙҙең көс» тип аталған әҫәрҙән өҙөк яҙҙылар.