Главная Новости «Дала елдәрендә рух берлеге» исемле театрлаштырылған тамаша

«Дала елдәрендә рух берлеге» исемле театрлаштырылған тамаша

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған Хәйбулла районы Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы араһында «Китапхана – милли мираҫты һаҡлаусы» имиджлы саралар конкурс сиктәрендә Мәмбәт ауылы моделле китапханаһында «Дала елдәрендә рух берлеге» исемле театрлаштырылған тамаша  үтте.

Театралыштырылған тамаша балаларҙың китапхананан алған төрлө милләт шағир, яҙыусыларының, фольклор, патриотик китаптарына бәйләнеп «Нурлы баласак» бейеүе менән башланды. «Ғаилә — тормош нигеҙе» исемле китап күргәҙмәһе менән Вәсимә Рәфҡәт ҡыҙы Солтанова таныштырҙы. Башҡорт халыҡ милли кейемдәрен тергеҙеүсе Нәфиә Кәипованың «Милли кейем — халыҡ хазинаһы»  исемле күргәҙмәһе тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Тамашаның беренсе өлөшө бөйөк рус шағиры А. С. Пушкиндың ижадын һәм Пушкин балдарын һүрәтләне. Икенсе өлөшө иһә Рәсәйҙең Себер һәм Алыҫ Төньяҡ халыҡтары фольклорын, унда йәшәгән халыҡтарҙын ауыҙ-тел ижадын, легендаларын, көндәлек көнкүреш йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, болансылыҡ шөғөлөн бейеүҙәр һәм уйындар аша сәхнәләштерҙе.

Сара барышында Башҡортостандын халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың «Сәңгелдәккә мәҙхиә» шиғыры аша Мәмбәт ауылында булып үткән, бөтә тирә-яҡты тетрәндергән ваҡиға һүрәтләнде һәм сәңгелдәктең илаһи тылсымы, бишек йырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ауылдашыбыҙ, район хакимиәте башлығың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтованың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы батыр егеттәребеҙгә арнап яҙған шиғырҙары һәм йырҙары ил һағында йөрәгән ҡаһармандарыбыҙ өсөн һаҡлап йөрөр изге теләк булып яңғыраны. Шулай уҡ Клара Урыҫбаева һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, шиғырҙар атайҙарын яуҙан еңеп кайтыуын көткән балаларға, ауырлыҡтарға бирешмәй улдарына, ирҙәренә терәк булған әсәй һәм ҡатындарға арналып, рух ныҡлығын юғалтмаған батыр яугирҙар ғаиләләрен сағылдырҙы.

Театралыштырылған тамаша Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген, илһөйәрлеген һынландырған йырҙар һәм бейеүҙәр менән тамаланды.

Вилена Каипова,  Мәмбәт ауылы моделле китапханыһы китапханасыһы

IMG_5557
IMG_5582
IMG_5626
IMG_5645
IMG_5654
IMG_5664
IMG_5680
IMG_5701
IMG_5742
IMG_5777
IMG_5792
IMG_5811
IMG_5828
IMG_5848
IMG_5858
IMG_5931
IMG_5956
IMG_5998
IMG_6047
IMG_6057
IMG_6064
IMG_6081
IMG_6112
IMG_6168
IMG_6206
IMG_6216
IMG_6249
IMG_6267